Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
9 Июнь , 08:00

Өс ойошма лицензиялы булды

Урологияның профессиональ йүнәлештәре исемлегенә простата биҙе, бөйөр өҫтө биҙҙәре һәм бөйөрҙәр, бәүел бүлеү системаһы сирҙәрен, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат түлһеҙлеген дауалау инә.

Быйыл ғинуарҙан май айына тиклем элек урология буйынса теркәлгән ойошмаларға лицензияны тәү тапҡыр алған йәнә өс медицина ойошмаһы өҫтәлде.

–Табип-уролог бәүел-енес системаһы ағзаларын диагнозлау һәм дауалау менән шөғөлләнә. Урологияның профессиональ йүнәлештәре исемлегенә простата биҙе, бөйөр өҫтө биҙҙәре һәм бөйөрҙәр, бәүел бүлеү системаһы сирҙәрен, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат түлһеҙлеген дауалау инә, – тип һөйләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Урология сирҙәре йыш осрай, быға даими психологик көсөргәнеш, тәртипһеҙ енси тормош, сифатһыҙ аҙыҡ-түлек, эскелек булышлыҡ итә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында лицензия алыу тәртибе бирелгән. Медицина эшмәкәрлегенә тәүге лицензияны рәсмиләштереү 15 көн тәшкил итә, ҡабаттан рәсмиләштергәндә – ун көн.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: