Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
10 Июнь , 08:00

Төбәк инжиниринг үҙәгенә мөрәжәғәт итә алалар

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы инжиниринг өлкәһендә ике компания менән килешеү төҙөнө

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы “Халыҡ-ара инжиниринг һәм инновациялар үҙәге” (Мәскәү ҡалаһы) һәм “БЭСК Инжиниринг” компанияһы (Өфө ҡалаһы) менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Тейешле документтарға май аҙағында “Киләсәк фабрикаһы” инновацион эшҡыуарлыҡ йортонда үткән Инжиниринг хеҙмәттәре йәрминкәһе сиктәрендә ҡул ҡуйылды.

– Өлгәшелгән килешеүҙәр төбәктә инновацион эштәренә ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереүҙең һөҙөмтәле механизмдарын эшләү буйынса әүҙем үҙ-ара эш итеү мөмкинлеген бирәсәк. Бөгөн Башҡортостанда етештереү предприятиеларының үҫеше билдәләнә. Шуға күрә икенсе йыл рәттән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә республикала Инжиниринг хеҙмәттәре йәрминкәһе үткәрелә, ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының ошо хеҙмәттәргә ихтыяжын асыҡларға һәм сәнәғәт предприятиеларына ярҙам итеү механизмдарын камиллаштырырға ярҙам итә. Быйыл сарала 30-ҙан ашыу бизнес вәкиле ҡатнашты, – тип белдерҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Сараны ойоштороусы булып Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булышлығында “Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының Төбәк инжиниринг үҙәге сығыш яһаны.

Шулай уҡ сара сиктәрендә Халыҡ-ара инжиниринг һәм инновациялар үҙәгенең (Мәскәү ҡалаһы) башҡарма директоры Татьяна Вьюгина федераль кимәлдә инжиниринг һәм инновация компанияларына ярҙам итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм илдә юғары технологиялы компанияларға артабан ярҙам итеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Төбәк инжиниринг үҙәге, Республиканың сәнәғәтте үҫтереү фонды, Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәге, Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды һәм метрология һәм сертификация үҙәге вәкилдәре ҡатнашыусыларға етештереүселәргә булышлыҡ итеү саралары хаҡында һөйләне.

– Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта предприятиелар ярҙам һорап Төбәк инжиниринг үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. Етештереүселәргә интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен хоҡуҡи яҡлауҙы тәьмин итеү, тауар билдәләрен теркәү, хәләл стандарттары буйынса аттестация үткәреү, тауарҙарҙы сертификациялау һәм декларациялау буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә. 2023-2024 йылдарҙа төбәктең 55 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ярҙам алды, – тип хәбәр итте Төбәк инжиниринг үҙәге етәксеһе Урал Нәсибуллин.

Осрашыу B2B-биләмәһендә инжиниринг компаниялары һәм етештереү предприятиелары араһындағы һөйләшеүҙәр менән тамамланды.

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән башланған "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам" милли проектын (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: