Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
16 Июнь , 08:00

“Был бик яҡшы модель!” тиҙәр

Уңайлы, бензинды аҙ сарыф итә, техник хеҙмәтләндереүҙә ябай...

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына яңы автомобиль алынды. “Лада Гранта” автомобиле халыҡҡа кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн файҙаланыласаҡ.

Яңы автомобиль медицина персоналын, медикаменттарҙы алыҫ тораҡтарға илтәсәк. “Машинаның был моделе уңайлылығы, бензинды аҙ сарыф итеүе, техник хеҙмәтләндереүҙә ябайлығы менән айырыла”, – ти хеҙмәткәрҙәр.

–Яңы автотранспорт медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырасаҡ, медицина хеҙмәткәрҙәрен пациенттарға, пациенттарҙы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына тиҙерәк илтәсәк. Бындай рәхмәт өсөн ҙур рәхмәт! – ти үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: