Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
18 Июнь , 08:00

Өфөләр был юлды ашҡынып көттө

Баш ҡалала йәнле юл участкаһын ремонтлау тамамлана.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Дим шоссеһын ремонтлау тамамланыуға табан бара. Уҙған ял көндәрендә юлсылар бында асфальт-бетон япмаһы түшәү менән мәшғүл булған. Атап әйткәндә, улар Димдән Өфөгә тиклем 16 500 квадрат метр майҙанда 2000 тонна самаһы асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәгән.

Ремонт ваҡытын ҡыҫҡартыу маҡсатында эштәр бер үк ваҡытта ике һыҙат буйынса алып барылған. Бының өсөн юл буйлап ҡала яғына хәрәкәт ваҡытлыса ябылды. Ошо көндәрҙә объектта 20-нән ашыу юл эшсеһе һәм 30-лаған берәмек техника йәлеп ителде. Яҡын арала ҡала хеҙмәттәре унда горизонталь тамға яһаясаҡ. Билдәләү линияларын һыҙғанда туҙыуға сыҙамлы термопластик ҡулланыла.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: