Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
20 Июнь , 09:00

Ҡан баҫымың күпме?

Өлкәндәрҙең ҡан баҫымы 140/90 күрһәткесенән артмаҫҡа тейеш.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бөтә донъя артериаль гипертония менән көрәш көнө айҡанлы, Артериаль ҡан баҫымы күтәрелеүен иҫкәртеү аҙнаһын иғлан итте.

Артериаль баҫым – ҡандың тамырҙар тышсаһына баҫымы. Ул кешенең йәшенә, енесенә, тәүлек ваҡытына, физик әүҙемлегенә, стресҡа һәм башҡа факторҙарға бәйләнгән. Артериаль баҫым шулай уҡ йөрәк эшмәкәрлегенә, уның һығылмалылығына, ҡан тамырҙары тонусына бәйле. Тәүге иң ҙур һан йөрәк ныҡ ҡыҫҡарғанда ҡандың тамырҙар тышсаһына ниндәй көс менән баҫыуын күрһәтә, икенсе бәләкәй һан – тынлыҡ осорондағы баҫымды.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ҡан баҫымы уртаса 80/50,үҫмерҙәрҙең 110/70 тәшкил итә. Артабан йәш артыу менән ул бер аҙ күтәрелә, әммә өлкәндәрҙең ҡан баҫымы 140/90 күрһәткесенән артмаҫҡа тейеш.

Ҡан баҫымы күтәренке булғанда кешегә артериаль гипертония йәки гипертензия, түбән булғанда гипотензия йәки гипотония диагнозы ҡуйыла. Оҙайлы артериаль гипертензия гипотензияға ҡарағанда күпкә хәүефлерәк. Ҡан баҫымы юғарыраҡ күтәрелгән һайын йөрәк-ҡан тамырҙары үҫеше хәүефе арта бара. Ҡан баҫымы юғары булған кешеләрҙә мейенең ҡан әйләнеше боҙолоуҙары ете тапҡырға йышыраҡ күҙәтелә, йөрәк ишемияһы – дүрт тапҡырға, ҡан тамырҙары ике тапҡырға йышыраҡ барлыҡҡа килә. Юғары ҡан баҫымы (160/100) дауаланмағанда кинәт үлемгә килтереүе ихтимал. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, артериаль баҫымды контролләү йөрәк-ҡан системаһы сирҙәре үҫешенән һәм уларҙың эҙемтәһенән (инфаркт, инсульт, тамырҙар деменцияһы, ретинопатия йәки кинәт үлемдән) һаҡлаясаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу; сабыйҙар үлемен бер мең тыуған балаға 4,5 осраҡҡа тиклем кәметеү.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: