Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
16 Июль , 14:21

Мәктәптә яңы фәндәр өйрәнелә башлай

2023/2024 уҡыу йылынан, йәғни 1 сентябрҙән, дөйөм һәм урта белем биреү программаларына бер ни тиклем үҙгәрештәр индерелә.

“Хеҙмәт (технология)” дәресе I кластан IX класҡаса дауам итәсәк. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары хеҙмәткә һөйөүҙе кесе йәштән тәрбиәләргә кәрәк тигән ҡарашта, шуға күрә был предмет буйынса программаға үҙгәрештәр индерелде.

– Ҡайһы бер урындарҙа балалар көнкүрештә кәрәкле шөғөлдәргә генә эйә була, ә икенселәр “Технология” курсына ярашлы робот техникаһын өйрәнә. Хәҙер мотлаҡ һәм вариатив модулдәр буласаҡ. Мотлаҡтар иҫәбендә – “Етештереү һәм технология”, “Материалдарҙы һәм аҙыҡ-түлекте эшкәртеү технологиялары”, “Компьютер графикаһы. Һыҙма”, “Робот техникаһы”, “3D-моделләү, макетлау”. Һайлау буйынса “Автоматлаштырылған системалар”, “Малсылыҡ”, “Үҫемлекселек” йүнәлештәрен алырға мөмкин, – тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, яңылыҡтарға аңлатма биреп.

Был фән ғәмәли оҫталыҡ бирергә, балаларҙы тормошҡа әҙерләргә, киләсәккә һөнәр һайлағанда ярҙам итергә тейеш, тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе.

Икенсе яңы фән – “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау”. Ошоғаса уҡытылған “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре”н алмаштырған курсты V – XI кластар уҡыясаҡ. Уның барышында ғәҙәттән тыш хәлдәр йәки хәрби хәүеф тыуған осраҡта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, һаҡлыҡ сараларын ҡулланыу һәм башҡалар өйрәтеләсәк. Былар барыһы ла бөгөн көнүҙәк. Шулай уҡ уҡыусыларҙы атыу ҡоралдарының төҙөлөшө, дөйөм хәрби устав положениелары менән таныштырыу күҙ уңында тотола.

Тағы ла бер яңылыҡ: мәктәптәрҙә “Ғаилә тормошо” тигән курс индерелә. Уның барышында өлкән класс уҡыусыларын ғаилә тормошона, бала тәрбиәләргә әҙерләү, традицион ҡиммәттәргә ылыҡтырыу маҡсат итеп ҡуйыла.

Был үҙгәрештәрҙең барыһы ла лайыҡлы алмаш тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Белеүебеҙсә, милли проекттар Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указдарына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: