Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
25 Июль , 10:00

Юғары бурыс ҡуйылды

Беҙ Башҡортостан тарихында көтөлгән ғүмер оҙайлығы буйынса иң юғары күрһәткескә өлгәштек – 73,2 йыл.

Башҡортостан – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль программаһына индерелгән ете төбәктең береһе.

– Өлкән пациенттар менән эшләгәндә беҙҙең төп иғтибар хроник сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелә. Шуға бәйле иҫкәртеү тикшеренеүҙәре, диспансерлаштырыу һәм диспансер күҙәтеүе үткәреү иң әһәмиәтле саралар булып тора, – тине һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өлкән быуын граждандарының һаулығын нығытыуға, сәләмәт тормош оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелгән “Башҡортостанда оҙон ғүмер" программаһын раҫланы. Программа барышында үткән йыл 55 меңдән ашыу кеше поликлиникаларҙа һәм биш мең ауырыу табип-гериатр ярҙамын алды. 10 меңдән ашыу ветеран өйҙә белгестәр тарафынан дауаланды. Былтырғы ҡаҙаныштарҙың береһе – көтөлгән ғүмер оҙайлығын арттырыу.

Министр әйтеүенсә, “беҙ Башҡортостан тарихында көтөлгән ғүмер оҙайлығы буйынса иң юғары күрһәткескә өлгәштек – 73,2 йыл.Бынан биш йыл элек ул 70 йәш тәшкил иткәйне”.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: