Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
26 Июль , 09:15

Сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк

Урында һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү тамамлана.

Проектҡа ярашлы насос станциялары менән 12 яңы һыу алыу скважинаһы, эсәр һыуҙы таҙартыу станциялары, өс мең һәм бер мең кубометр күләмендәге таҙа һыу резервуарҙары төҙөү ҡаралған. Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса алып барыла, тип хәбәр итә төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Бөрө ҡалаһын һыу менән тәьмин итеү системаһы 2022 йылда төҙөлә башлаған. Яңы скважиналар төҙөүҙән тыш, белгестәр тәүҙә Ағиҙел йылғаһы янындағы һыу алыу майҙансығынан алып һыу таҙартыу станцияһына, артабан Бөрө ҡалаһына тиклем магистраль һыу үткәргестәр эшләй. Уның дөйөм оҙонлоғо 44 саҡрымдан ашыу буласаҡ.

Әлегә эштәрҙең 94 проценты тиерлек башҡарылған да инде. Көҙ аҙағына тиклем объектты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Проетҡа ярашлы Бөрөлә йәшәгән 26 меңдән ашыу кеше сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк.

Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: