Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
30 Июль 2024, 04:25

Ярҙам итеүҙең комплекслы системаһы булдырылған

Башҡортостан экспорт эшмәкәрлеге өлкәһендә милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса төбәктәр рейтингында икенсе урынды алды

Башҡортостан Республикаһы быйылғы алты ай йомғаҡтары буйынса “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә “Төбәк экспорт стандарты 2.0” (РЭС 2.0) ҡоралдарын индереү һөҙөмтәлелеге кимәле буйынса төбәктәр рейтингында Рәсәйҙең 85 субъекты араһында икенсе урынды биләй. Был рейтингты беренсе тапҡыр Рәсәй экспорт үҙәге төҙөгән.

– 2019 йылда республикабыҙ “Төбәк экспорт стандарты 2.0” индереү буйынса 11 пилот төбәге иҫәбенә инде, шунан һуң ул көнүҙәк итеп ҡабул ителеп, Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә индереүгә тәҡдим ителде. 2022 йылдың аҙағына Башҡортостан был стандарттың бөтә 15 ҡоралын 100 процентҡа индергән тәүге төбәктәрҙең береһе булды, – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Башҡортостанда “Төбәк экспорт стандарты 2.0” пилот менән индереү тураһында килешеүгә республика Башлығы Радий Хәбиров һәм “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Слепнев “Сочи-2019” Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә ҡул ҡуйҙы.

“Төбәк экспорт стандарты 2.0” ҡоралдары экспортҡа ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле инфраструктураһын булдырырға, власть органдарын һәм бизнес-берләшмә вәкилдәрен экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү процесына йәлеп итеүҙе тәьмин итергә һәм, һөҙөмтәлә, экспортерҙар һанын, экспорт тауары күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк, тип күҙаллана.

Маргарита Болычева һүҙҙәренсә, проекттың төп маҡсаты - төбәктәрҙә сеймал һәм энергетик булмаған экспортҡа ярҙам итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу. Бының өсөн Башҡортостан Республикаһында финанс һәм финанс булмаған ярҙам саралары күрһәтелә. Мәҫәлән, республика алты йыл дауамында сит илгә тауар ташыу өсөн субсидиялар бирә. Ошо осорҙа Башҡортостандың 178 предприятиеһы республика бюджетынан 463 миллион һум күләмендә ярҙам алды. Ҡулланылған экспорт күләме 37,6 миллиард һум тәшкил итә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас