«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә биш йыл эсендә 12 мәҙәниәт объекты, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры төҙөлдө һәм реконструкцияланды. Күләмле яңыртыуҙан һуң ҡурсаҡ театры 2023 йылдың 23 декабрендә үҙ ишектәрен асты. Был театрҙың ҙур залында 300 урынлыҡ өс кимәлле сәхнә ҡуйылған. Хәҙер спектаклдәрҙә ҡурсаҡтар төрлө бейеклектә уйнай ала, был мөмкинселек тамашаларҙы тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итеп күрһәтәсәк.
Шулай уҡ «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә 2019-2023 йылдарҙа 10 күсмә автоклуб һатып алынған, 123 мәҙәниәт учреждениеһы музыка ҡоралдары менән йыһазландырылған, 11 виртуал концерт залы булдырылған, 82 мәҙәниәт объекты капиталь ремонтланылған. "Башҡортостан бөтәһе 14 милли проектта ҡатнаша, уның сиктәрендә беҙ төбәк проекттарын тормошҡа ашырабыҙ. Улар төрлө өлкәләргә – мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм спорт, экология, йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм башҡаларға ҡағыла», - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Ағымдағы йылдың июнендә Йылайыр районы мәҙәниәт йортонда махсус эффекттарҙы көсәйтеү өсөн светодиодлы (яҡтыртҡыслы тулы төҫтәге) экран һатып алынды һәм сәхнәгә урынлаштырылды. Экранға шулай уҡ нығытыу системаһы, терәк конструкция, коммутация һәм синхрон типтағы идара итеү системаһы һатып алынды. Яңы ҡорамалдар Йылайыр ауылы мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һәм Рәсәй Федерацияһынаң Дәүләт Думаһы депутаттарының республика һәм урындағы бюджет аҡсаһына һатып алынды. Экран сәхнәлә сығыш яһаусыларҙы видеотрансляциялау һәм фото-слайдтарҙы күрһәтеү мөмкинлеген бирә, был тамашасыларға әһәмиәтле мәғлүмәтте яҡыныраҡ күрһәтеү өсөн бик уңайлы. Яңы ҡорамалдар район һәм республика кимәлендәге саралар ваҡытында ҡулланылды ла инде.
– Алда булған экран майҙаны буйынса күпкә бәләкәйерәк ине, яңыһы менән ҡулланыу беҙгә бик оҡшай, – тип аңлатма бирә Йылайыр мәҙәниәт һәм ял үҙәге методисы Любовь Владимировна Серова.