Тап ошо маҡсаттан Йылайыр районы Сосновка ауылында эшҡыуар Александр Чикунов алты йорттан торған кемпинг эшләгән. Йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Аҡлан” кемпингы әле үк туристар араһында ҙур һорау менән файҙаланыла.
Александр Владимирович кемпингтар һәм автокемпингтар урынлаштырыу өсөн модулле капиталь булмаған саралар булдырыуға үткәрелгә конкурста һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса 2,2 млн һум күләмендә субсидия алыуға ирешә. Инвесторҙың үҙенең аҡсаһы 2,6 млн һум тәшкил итә. Проекттың дөйөм хаҡы - 4,6 млн һум.
Ағас еҫе аңҡып торған экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы материалдан төҙөлгән алты йортҡа һорау һәр саҡ ҙур. Бында ял итергә теләүселәр бер ай алдан яҙылып килә. Ике йортта икешәр йоҡо бүлмәләре урын алһа, дүрт йортта дүртешәр йоҡо бүлмәләре эшләнгән. Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә махсус йорт төҙөлгән.
Теләгәндәр айырым майҙансыҡта шешлек бешерә ала, ут яғып, уның тирәләй гитарала уйнап, киске хозурлыҡҡа һоҡланып, кинәнеп ял итеү мөмкинлеге бар. Бар уңайлыҡтар тыуҙырылған: кемдер эҫе мунсала шифалы миндектәр менән рәхәтләнеп сабынһа, икенселәре чанда кинәнес таба.