Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Милли проект
2 Августа 2024, 09:18

Психотерапияға иғтибар арта

Тәү тапҡыр лицензия алған яңы өс медицина ойошмаһы өҫтәлде...

2024 йылдың ғинуарынан июль айына тиклем республиканың Берҙәм лицензиялар реестрына психиатрия буйынса эшмәкәрлеккә тәү тапҡыр лицензия алған яңы өс медицина ойошмаһы өҫтәлде.Шулай итеп, бындай ойошмалар һаны 270-кә етте.

– Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса беҙ төрлө сараларҙы тормошҡа ашырабыҙ: лицензия алырға теләүселәргә һәм лицензиаттарға консультация ойошторабыҙ, теркәлергә һәм Берҙәм дәүләт хеҙмәте порталына мәғлүмәт индерергә ярҙам итәбеҙ. Уңайлылыҡ өсөн “ҡыҙыу линия” эшләй. Шулай уҡ лицензия буйынса хеҙмәттәр алыуға дәүләт пошлинаһы түләүгә мораторий оҙайтылды, – ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Һуңғы осорҙа илдә психотерапияға ҡыҙыҡһыныу артты. Уның теорияларын һәм ысулдарын өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр күбәйҙе, белгестәрҙе әҙерләү сифаты яҡшырҙы, психотерпия хеҙмәте моделдәре камилләшә бара.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас