Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
10 Август 2024, 04:00

Ике айға алда тапшырылды

Башҡортостанда Дмитриевка – Кушнаренко юлы төҙөкләндерелде.

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Дмитриевка – Кушнаренко юлын ике ай алдан йүнәттеләр. Иҫке Туҡмаҡлы ауылы янындағы һәм Кушнаренко, Шишмә райондары сигендәге 6,4 километрлыҡ ике участка норматив хәлгә килтерелде.

Подряд ойошмалары фрезерлау һәм шәлкем яһалышын бөтөрөүҙән алып геолен, түшәү ҡатламын һалыуға, нигеҙ һәм ҡаплау ҡоролмаларына тиклем юл эштәренең тулы спектрын башҡарған. Ремонт барышында юл ситтәрен нығыттылар һәм юлға, шул иҫәптән термопластиктан күсәр билдәһен төшөрҙөләр.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас