Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
14 Август 2024, 04:05

Йыл әйләнәһенә еләкле буласаҡтар

Дүртөйлө районында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ер еләген үҫтереү буйынса бизнес-план ҡаралды.

Дүртөйлө районы хакимиәтендә ер еләген үҫтереү буйынса бизнес-планды “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә даими уҙғарылып килгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаранылар.

Яңы бешкән ер еләге һәр миҙгелдә лә юғары ихтыяж менән файҙалана. Әммә төбәктә был культураны үҫтереү еңел эш түгел һәм бөтә процесс технологияһын ентекле өйрәнеүҙе талап итә.

Йәш эшҡыуар финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте. Уның планында ер еләге бизнесын үҫтереү. Проект инициаторының асыҡ тупраҡта татлы еләк үҫтереү тәжрибәһе бар, хәҙер иһә ул уны теплица шарттарында үҫтереп ҡарарға теләй.

“Теплицала йыл әйләнәһенә ер еләген үҫтереү файҙалы бизнес булыуы мөмкин. Әммә бындай ысул ҡатмарлыраҡ иҫәпләнә һәм теплицалар төҙөүгә капитал һалыуҙар, культураны үҫтереү һәм һуғарыу өсөн ҡорамалдар һатып алыуҙы талап итә. Еләктең төрөн дөрөҫ һайлау мөһим”, – тине проект авторы.

Хакимиәт башлығы Риф Йосопов осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың мөрәжәғәтен хупланы. Хакимиәт башлығы урынбаҫары Гөлнара Кашаева субсидия биреү конкурсында ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса кәңәштәрен бирҙе.

Дүртөйлө районы территорияһында үҙ эшен асырға теләгән эшҡыуарҙарҙы Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында https://investrb.ru/ru/ сайтында алдан теркәлеп, йәки 8(34787) 2-26-89, 2-19-48 телефондары буйынса яҙылып, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашырға саҡыралар.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас