Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
17 Август 2024, 04:25

Милли биҙәүестәр хәҙер модала

Учалы ҡатын-ҡыҙҙары өсөн бәләкәй брошка эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.

Учалы районының Үҙәк район моделле китапханаһы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн “Башҡорт ҡыҙы” милли кейемендә башҡорт һылыуҡайының бәләкәй брошкаһын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Сара "Мәҙәниәт" милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо.

Этник йүнәлешле оҫта Гүзәл Вәлиханова оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусыларҙы миниатюр ҡурсаҡ костюмы үҙенсәлектәре, орнаменттар менән таныштырҙы, ҡурсаҡ эшләү техникаһын күрһәтте, сәйлән, тәңкә, пайеткалар менән биҙәргә өйрәтте. Сара барышында саҡырылған ҡатын-ҡыҙҙар төрлө биҙәүестәр менән бәйле тарихи факттарҙы белде. “Сәйләндең мауыҡтырғыс донъяһы” презентацияһы буйынса күҙәтеү ойошторолдо. Этник биҙәүестәр башҡорттарҙың үҙенсәлекле биҙәү-ҡулланма ижадын популярлаштырырға ярҙам итә. Берлектәге ижад аралашыу шатлығы бүләк итте һәм оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларҙы яҡынайтты. Барыһы ла үҙенең ижады менән бик ҡәнәғәт ҡалды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас