“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн “Ашығыс экспорт ярҙамы” эшсе төркөмө еңел һәм металл эшкәртеү сәнәғәте өлкәһенән Нефтекама ҡалаһының өс предприятиеһында булды. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
– Өс йылдан ашыу ошо проект сиктәрендә Башҡортостан предприятиеларының экспорт ҡеүәтен асырға ярҙам итәбеҙ, һөҙөмтәлә 30 компания 90-ға яҡын экспорт контракты төҙөнө, һатыу географияһын киңәйтте. “Ашығыс экспорт хеҙмәткәрҙәре” эксперттары бөтәһе 455 предприятиеға барҙы, улар араһында 125 сәфәрҙә 90 проценттан ашыуы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарында булды. Артабан программаны тормошҡа ашырыуҙы дауам итергә ниәтләйбеҙ, сөнки компаниялар яғынан ҙур ҡыҙыҡһыныу барлығын күрәбеҙ, – тине Маргарита Болычева.
Сәфәр сиктәрендә эшсе төркөм түбәндәге предприятиеларҙа булды:
1. АО “Мультимодаль предприятие” акционерҙар йәмғиәтендә – бәйләнгән һәм трикотаж ойоҡ-носки әйберҙәрен етештерә;
2. “Нефтекама күн-галантерея фабрикаһы” акционерҙар йәмғиәте – махсус кейем һәм аксессуарҙар етештерә;
3. ЯСЙ “220 Вольт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – төҙөлөш металл конструкциялары һәм изделиелары етештерә.