Уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса IХ Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандан ете проект ҡатнашҡайны, шуларҙың бишәүһе еңеүсе тип танылды.
Бына улар еңеү яулаған проекттар:
“Новаторҙар бульвары” - Бәләбәй ҡалаһы. Проект биләмәне тулыһынса үҙгәртеп ҡороуҙы тәҡдим итә, был иһә бульварҙы һәм майҙанды кеше тормошона һәм үҫешенә, ҡаланың сәнғәт тарихына ярашлы үҙгәртә ала.
“Нефтекама: заман күсәре” - Нефтекама ҡалаһы. Проекттың концепцияһы Ленин урамындағы аллеяны “заман күсәре” итеп интерпретациялауға ҡайтып ҡала.
“Салауат: өн аралаш ете төш” - Салауат ҡалаһы. Проект ҡаланың үҙәк йәмәғәт биләмәләрен берләштереүгә йүнәлтелгән.
“Урал батыр юлы” - Учалы ҡалаһы. Паркта ваҡиғалар зонаһы яңыртыласаҡ, спорт майҙаны өҫтәләсәк һәм балалар уйнаған урындар тулыһынса яңыртыласаҡ.
“Йәкшәмбе рәттәре” - Благовещен ҡалаһы. Проект уңайлы һәм заманса урам булдырыуға йүнәлтелгән.
2019 йылдан алып үткәрелә башлаған был конкурста еңгән проекттар һаны буйынса Башҡортостан Мәскәү ҡалаһынан һәм Татарстандан ҡала өсөнсө урынды ала. Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите“ милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда“) ярашлы башҡарыла.