Сибайҙағы «Руском» предприятиеһының генераль директоры Серик Бижанов - хәҙерге заман, алдынғы етәксенең сағыу миҫалы. 2016 йылдың апрелендә Сибайҙа ул предприятие ойоштора һәм бер нисә тапҡыр «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнаша. Эшҡыуар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты сиктәрендә финанс ярҙам ала. Дәүләт ярҙамын продукция етештереү өсөн сеймал һатып алыуға йүнәлтә.
«Руском» ҡатнаш аҙыҡ өсөн онталған эзбизташ, эзбиз оно булдырыуҙа һәм хайуандарҙы, ҡош-ҡортто өҫтәмә туҡландырыуҙа махсуслашҡан. Етештерелгән продукция Башҡортостан Республикаһында, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында һатыла, Ҡаҙағстанға экспортҡа ебәрелә. Һатыу нөктәләренең географияһы үҫеүен дауам итә. Предприятиела Рәсәйҙең нефть-газ быраулау компаниялары өсөн асфальт-бетон һәм органоминераль ҡатышмалар өсөн минераль онтаҡ һәм карбонатлы ауырайтҡыс етештереү буйынса яңы йүнәлештәр үҙләштерелә. 2023 йылда Серик Бижанов 14 яңы эш урыны булдырған.
Источник: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-08-26/esh-yuar-14-esh-uryny-buldyr-an-3898616