Иглин районының Аҡбирҙе ауылында халыҡ һайлап алған объект – Рәми Ғарипов исемендәге аллея – төҙөкләндерелә.
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите“ милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда“) ярашлы тормошҡа ашырыла.
Милли проект ярҙамында ҡасабала урындағы хакимиәткә, мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына йәйәүлеләр өсөн уңайлы һуҡмаҡ булдырыласаҡ. Уны эшләтеүгә федераль ҡаҙнанан 14,33 миллион һум бүленгән. Район хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был аллея бер нисә зонаға бүленәсәк: эскәмйәләр һәм урам яҡтырҡыстары ҡуйылған ял итеү урыны, декоратив ҡыуаҡтар ултыртылған йәшеллек майҙаны һәм йәйәү йөрөү өсөн зона. Әлеге мәлгә уның 1,5 километрына асфальт йәйелгән.
2019 йылдан алып республикала 682 йәмәғәтселек урыны төҙөкләндерелде. Быйыл эш тағы ла 123 объектта бара. Уларҙың күпселеге федераль ҡаҙна иҫәбенә башҡарыла.