Сибай ҡалаһындағы “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” муниципаль бизнес-инкубаторында һәм Салауат ҡалаһындағы “Башҡортостандың көньяғы” бизнес үҙәгендә быйылғы тәүге ярты йыллыҡта 44 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты эшләне. Был алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 12,8 процентҡа күберәк.
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам“ милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы“) ярашлы башҡарыла.
“Бизнес-инкубаторҙар – стартапҡа һәм йәш компанияларға тейешле ресурстар биргән махсуслаштырылған ойошмалар. Улар иҫәбенә офис бүлмәләре, консультация хеҙмәте, финанслау мөмкинлеге һәм башҡалар инә”, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.