“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда Зубов менән Нижегородка араһындағы Өфө – Шишмә юлы участкаһын төҙөкләндереү тамамланды. Был участканың оҙонлоғо 2,5 километр тәшкил итә.
Подрядсы ойошма юлдарҙа асфальт-бетон япманы алмаштырыу, юл ситтәрен нығытыу һәм юл билдәләрен һыҙыу буйынса эштәрҙе башҡарған. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова билдәләүенсә, көн һайын ошо юлдан 4300-ҙән ашыу автомобиль үтә. Юл Өфө һәм Шишмә райондары ауылдарын республиканың баш ҡалаһы менән бәйләй.
Был йүнәлештә торлаҡ төҙөлөшө әүҙем алып барыла, шуға күрә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юлдар булдырыу мөһим.
2024 йылда милли проект сиктәрендә ошо юлдың 5,1 километры норматив хәлгә килтерелгән, ә 2024 йылдың авгусында Өфө районының Нижегородка янындағы участка ремонтланған.
“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.