Ауыл уттары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
17 Сентябрь , 09:00

Пациенттарҙың хәүефһеҙлеге аҙнаһы дауам итә

Даими медицина тикшереүҙәре төрлө сирҙәр булыу ихтималлығы тураһында хәүефләнеүҙәрҙе кәметә, оҙайлы пландар ҡороп йәшәргә мөмкинлек тыуҙыра.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 16-22 сентябрь көндәрен Пациенттарҙың хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлек үҙәктәрен популярлаштырыу аҙнаһы тип иғлан итте. Сәләмәтлек үҙәктәренең төп функциялары рәтенә түбәндәгеләр инә: кеше сәләмәтлеге өсөн зарарлы һәм хәүефле факторҙар тураһында мәғлүмәт биреү, сәләмәтлек торошон күҙаллау һәм баһалау, граждандарҙа сәләмәтлеккә яуаплы мөнәсәбәт тәрбиәләү, яуаплы ата-әсәлек прициптарын формалаштырыу, кешеләрҙе гигиена күнекмәләренә өйрәтеү, зарарлы ғәҙәттәрҙән арындырырға ярҙам итеү, сирҙәрҙе иҫкәртеү ысулдарына өйрәтеү һәм башҡалар.

Медицина тикшереүҙәрен үтеү – сәләмәтлекте һаҡлауҙың төп өлөшө. Даими тикшеренеүҙәр сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә. Был осраҡта сир билдәләре күҙәтелмәҫкә лә мөмкин. Мәҫәлән, яман шеш, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иртә асыҡлағанда еңел дауаларға мөмкин, ти табиптар.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: