Йыл башынан республиканың мәшғүллек үҙәктәре “Демография” милли проектына ярашлы профессиональ белем һәм яңынан уҡыу программалары буйынса 2,4 мең заявканы хупланы. 1,4 мең кеше уҡыу тураһында килешеү төҙөнө, 115 кеше уҡыуын тамамланы.
– Башҡортостанда дәүләт программаһына ярашлы, ҙур һорау менән файҙаланған һөнәр эйәләре йышыраҡ күренә башланы. Быйыл махсус хәрби операция ветерандары, бәләкәй балалы ҡатындар, 50 йәште уҙған эш эҙләүселәр, эшһеҙҙәр программала ҡатнашып, бушлай һөнәргә эйә була ала. Хеҙмәт баҙарында 280 йүнәлеш бар. Улар “Работа в России” порталында урынлашҡан, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Быйыл инвалидтарҙың һәм бала тәрбиәләү ялында булған әсәләрҙең генә түгел, сабыйҙы ҡараған һәр граждандың да бушлай һөнәргә өйрәнеү мөмкинлеге бар. Программалағы һөнәрҙәр исемлеге хеҙмәт баҙары ихтыяжына ҡарап тулыландырыла.
Республикала йәшәүселәр йыш ҡына уҡыу өсөн мәғлүмәт ресурстарын һәм социаль селтәрҙәр йүнәлешен һайлай, маркетплейс, хеҙмәтте һаҡлау белгеслеге, тегеү ҡорамалдары, станок операторҙары, веб-дизайнер, бухгалтер һөнәрҙәрен алырға теләгәндәр ҙә байтаҡ. “Демография” милли проектына ярашлы программалар буйынса һөнәр алған яңы белгестәр кадрҙарға булған ихтыяжды ҡаплауға йүнәлтелгән.
“Демография” милли проекты биш федераль проектты үҙ эсенә ала, шуларҙың береһе– “Өлкән быуын”. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһында демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу саралары тураһында” Указдың һигеҙ поручениеһы 2024 йылға үтәлергә тейеш.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, дөйөм һәм урта белем алыу кимәлендә яңы белем технологияларын индереү, уҡыусыларҙың белем процесына һәм һөнәр алыуға мотивацияһын күтәреү,”Технология” өлкәһендә уҡытыу ысулдарын камиллаштырыу, профессиональ йүнәлеш биреү мөһим. 2024 йылға заманса һәм хәүефһеҙ белем алыу мөхитен булдырыу бурысы ҡуйылған. Граждандарға профессиональ һәм карьера үҫеше өсөн мөмкинлектәр биргән профессиональ конкурстар системаһын булдырыу ҡаралған.