Ауыл уттары
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
20 Сентябрь , 09:00

Балалар кардиологияһы буйынса лицензиялар артты

Стационарҙа дауалауҙы һәм амбулатор ярҙамды ярашлы алып барған, квалификациялы кадрҙар менән тәьмин ителгән учреждениелар күбәйә

Башҡортостанда 2024 йыл дауамында Берҙәм лицензиялар реестрында теркәлгән 80 ойошмаға кардиология буйынса йәнә өс медицина ойошмаһы өҫтәлде.

–Б өгөн йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре тотороҡло үҫешә. Әлеге ваҡытта стационарҙа дауалауҙы һәм амбулатор ярҙамды ярашлы алып барған, квалификациялы кадрҙар менән тәьмин ителгән учреждениелар барлыҡҡа килә, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Бындай медицина учреждениелары заманса ҡорамалдар, видеоэндоскопия техникаһы менән ҡоралландырыла. Улар төрлө юғары технологиялы операциялар, процедуралар үткәрергә мөмкинлек биреүсе, диагностиканы камилләштереүсе, ауырыуҙарға махсус ярҙам күрһәтергә һәләтле технологияларға эйә.

Медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензиялар алыуҙы ябайлаштырыуға Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙам итте. Хәҙер тәүге тапҡыр лицензия алыу ваҡыты 15 көнгә тиклем ҡыҫҡарҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: