Өфө “БумБатл“ макулатура йыйыу буйынса Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте. Күләмле экологик проект “Экосистема“ бөтә Рәсәй экологик йәмәғәт хәрәкәте эгидаһы аҫтында үткәрелә. Ул “Экология“ милли проекты маҡсаттарына тап килә.
Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ҡатнашыр өсөн Р. Зорге урамы, 17/3-сө йорт адресы буйынса урынлашҡан “Фортуна” экология үҙәгенә макулатура килтерергә кәрәк. Быны 27 сентябрҙә төшкө сәғәт 12-нән киске 6-ға тиклем эшләргә мөмкин.
Йыйылған макулатура эшкәртеүгә ебәрәләсәк, ә унан килгән аҡса МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам сифатында йүнәлтелә. Иң әүҙем ҡатнашыусылар акцияның партнерҙарынан бүләктәр һәм сертификаттар аласаҡ.
Билдәле булыуынса, “Экология“ (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.