Ауыл уттары
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
1 Октябрь , 10:37

Уҡытыусы белемен камиллаштырҙы

Краснокама районы Николо-Березовка ауылының Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы милли проект һөҙөмтәһендә квалификацияһын күтәрҙе.

“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проекты сиктәрендә белем алыу ауыл сәнғәт мәктәптәрендә уҡытыуҙың сифатын күтәрергә мөмкинлек бирә. Ошо маҡсатта Краснокама районы Николо-Березовка ауылы Балалар сәнғәт мәктәбенең музыка бүлеге уҡытыусыһы Гөлназ Муллайәнова “Балалар сәнғәт мәктәптәрендә сольфеджио уҡытыуҙың проблематикаһы һәм һөҙөмтәле алымдары” программаһы буйынса квалификация күтәреү курстарын үтте.

Дәрестәр Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы учреждениеһының мәҙәниәт өлкәһендә ижади һәм идара итеүсе кадрҙарҙы өҙлөкһөҙ уҡытыу үҙәгенең дистанцион уҡытыу системаһы платформаһында дистанциялы форматта уҙҙы.

Курстарҙы профессиональ уҡытыусылар алып барҙы, улар менән аралашыу тыңлаусыларға ҙур ҡәнәғәтлек һәм яңы белем килтерҙе. Лекторҙар актуаль белем алырға һәм уларҙы практикала, көндәлек эштә ҡулланырға мөмкинлек биргән файҙалы һәм ҡыҙыҡлы методик материалдар менән уртаҡлашты. Курстарҙа теоретик һәм практик материалдар: ижади проекттар күп булды. Солфеджио дәрестәре өлкәһендәге көнүҙәк темалар яҡтыртылды.

Уҡытыуҙа һөнәри кимәлде күтәреү Гөлназ Муллайәнованың аң даирәһен, уның профессиональ компетенцияларын һәм оҫталыҡтарын киңәйтеүгә, педагогик эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген, теоретик белем кимәлен күтәреүгә, педагогика өлкәһендәге яңылыҡтар тураһында мәғлүмәт алыуға булышлыҡ итте. Бындай курстар, һис шикһеҙ, файҙалы, һәм тыңлаусылар белем алыу ғына түгел, белем алыу процесында ыңғай тәьҫораттар ҙа алды.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: