Ауыл уттары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
2 Октябрь , 09:25

Эшҡыуарҙарға осрашыу файҙаға булды

Улар һалым ҡануниәтендәге яңылыҡтар менән танышты.

Башҡортостанда эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил эш сәфәре барышында Стәрлебаш районы эшҡыуарҙары менән осрашты. “Түңәрәк өҫтәл” ваҡытында бизнес-омбудсмен Ирина Абрамова эшҡыуарҙарға хоҡуҡтарҙы яҡлауҙың һөҙөмтәле механизмдары, бизнестың законлы мәнфәғәттәре тураһында һөйләне. Шулай уҡ контроль-надзор органдары менән бәйләнеш хаҡында ла мәғлүмәт бирҙе.

Башҡортостандың Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бухгалтерҙар ассоциацияһы вәкиле Елена Денисова ҡатнашлығында эшҡыуарҙарға консультациялар уҙғарылды. Ундағы темалар 2025 йылда илдең һалым ҡануниәтендәге үҙгәрештәргә ҡағылды.

- Һалым ҡануниәте темаһы, айырыуса ундағы үҙгәрештәр эшҡыуарҙар өсөн көнүҙәк булып ҡала, - тине Ирина Абрамова. – Алда торған яңылыҡтарҙы, уларҙың әһәмиәтен күҙаллап, уларҙы аңлатыуға ҙур иғтибар бирҙек. Эшҡыуарҙар һалымды көйләү өлкәһендәге тәжрибәле белгестәрҙән файҙалы кәңәштәр алды.

Эшлекле осрашыуҙан һуң Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил эшҡыуарҙарҙы шәхси ҡабул итеү уҙғарҙы. Сарала Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары – бизнес - шериф Айнур Юнысов, бизнес-омбудсмендың йәмәғәт ярҙамсыһы Ринат Хөсәйенов ҡатнашты. Шәхси ҡабул итеүгә килгәндәр нисек социаль эшҡыуар булыу, махсус хәрби операция ветерандарын эшкә ҡабул иткән эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн ташламалар, контракт буйынса адреслы ярҙам тураһында һорашты.

-Һәр муниципаль район үҙенсәлекле. Шуныһы ҡыуандыра беҙҙең эшҡыуарҙар бәләкәй Ватанын үҫтереүгә үҙҙәренең өлөшөн индерә, - тип билдәләне Ирина Абрамова эш сәфәрен йомғаҡлап.

Был саралар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проектына (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы башҡарыла.Улар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: