Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) спорт ҡоролмаларына ҡарай өс юл ремонтланды.
Өфөлә Рихард Зорге урамында СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан Шәфиев урамына тиклемге участка, шулай уҡ Стәрлетамаҡта Комаров урамы һәм Урау юл яңы төҫ алды. Был урамдарҙа юлсылар гранит бордюрҙар ҡуйҙы, асфальт-бетон япманы яңыртты, термопоастиктан тамғалар эшләне.
- Рихард Зорге урамы Спорт һарайына юлды тәьмин итә. Стәрлетамаҡтағы Комаров һәм Урау юл “Стәрлетамаҡ-Арена” спорт комплексына илтә. Ике спорт объектына ла йәш хоккейсылар йөрөй. Бында көн һайын күнекмәләр, ярыштар үтә. Шуға ла был юлдарҙы яҡшыртыу кәрәк ине, - тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.