“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) буйынса күрһәтелгән микрофинанс дәүләт ярҙамы Өфөнән йәш эшҡыуарға массажерҙар, спа-салоны өсөн кәрәкле ҡорамалдар алырға булышлыҡ иткән. Шулай уҡ 600 мең һум күләмендәге аҡса уникаль авторлыҡ косметика брендының ассортиментын киңәйтергә лә мөмкинлек бирә.
-Башҡортостандың микрокредит компанияһы эш башлағанда отошло шарттарҙа займдар тәҡдим итә. Ике йылдан да аҙыраҡ ваҡыт эшләп килгән башланғыс бизнес өсөн йыллыҡ 8 процент менән 5 миллион һумға тиклем займ алыу мөмкинлеге бар. Был шарттар уңайлы. Эшҡыуарҙарға әйләнештәге аҡсаларын һөҙөмтәле тулыландырырға, үҫешкә инвестицияларға, үҙенең эшмәкәрлеген киңәйтергә юл аса, - ти Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.