Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
6 Октябрь , 09:05

Ҡулайлама уйлап тапҡандар

Ул нефть химияһы ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә ҡағыла.

Өфө дәүләт нефть техник университетының Водород-углерод технологиялары үҙәгендә нефть химияһы ҡалдыҡтарын, атап әйткәндә, ҡоромдо эшкәртеү буйынса ҡулайлама әҙерләнгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы. Ул “Фән һәм университеттар” милли проекты маҡсаттарына тап килә.

“Сит ил ҡоролмаһы прототибының реинжинирингы нигеҙендә беҙ үҙебеҙҙең яҡшыртылған һәм модернизацияланған версиябыҙҙы булдырҙыҡ. Унда беҙ плазмохимик ысул менән графен (углеродтан материал) етештерәбеҙ“, – тип һөйләне Водород-углерод технологиялары үҙәге лабораторияһының ғилми етәксеһе, вуздың технология факультетының “Нефть һәм газ технологияһы” кафедраһы профессоры Михаил Доломатов.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: