Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
16 Октябрь 2024, 04:05

120 майҙансыҡҡа – бер миллиондан ашыу ағас

“Урманды һаҡлайыҡ-2024” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы, Башҡортостанда махсус әҙерләнгән 120 майҙансыҡта бер миллиондан ашыу ағас ултыртасаҡтар.

Ошо хаҡта Хөкүмәттең оеператив кәңәшмәһендә республиканың урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов хәбәр итте. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Экология“милли проектына (национальный проект “Экология“) ярашлы тормошҡа ашырыла.

Акцияның көҙгө этабы 21 сентябрҙә Нуриман районында башланған. Бөтә ил буйынса алғанда, 70 миллиондан ашыу ағас ултыртыу ҡаралған. Уның маҡсаты – тәбиғәттәге янғын эҙемтәләрен компенсациялау һәм Рәсәйҙең углерод балансын һаҡлау.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас