Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
20 Октябрь 2024, 04:05

Ҡыйғы фермеры ит ризыҡтары етештерә

Марсель Таһировтың хужалығында 350 баш һыйыр һәм 250 баш йылҡы малы бар

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа ит етештереү йүнәлеше әүҙем үҫешә.Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, төбәктә ит етештереү 211 мең тоннаға тиклем артҡан.

— Быйылғы йылдың ете айында ғына республикала 77,5 миллиард һумлыҡ малсылыҡ продукттары етештерелә. Ә инде элек малсылыҡтың ҙур өлөшө шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға төшһә, хәҙер нисбәт ауыл хужалығы предприятиелары һәм хужалыҡтар файҙаһына үҙгәрҙе, - ти Илшат Фәзрахманов.

Эре малсылыҡ хужалыҡтары менән бергә райондарҙа крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла берҙәй әүҙем эшләй һәм үҫеш юлында. Шундайҙарҙың береһе – Ҡыйғы районынан “Алағуҙ” ауыл хужалығы кооперативы. Марсель Таһиров һәм уның ғаиләһе һыйыр һәм аттар үҫтереү менән шөҡөлләнә. Уларҙың хужалығында 350 баш һыйыр малы һәм 250 баш йылҡы һанала. Марсель ауыл хужалығы тармағына атаһының эшен дауам итер өсөн килә. Мәктәпте тамамлап, буласаҡ һөнәрен һайлағанда, ауылға ҡайтып, малсылыҡ менән шөғөлләнергә уйлап та бирмәй ул. Юғары уҡыу йортонда белем алғандан һуң ун йыл самаһы газ үткәреү өлкәһендә эшләй. Газ һәм нефть торбаларын үткәреү проекттары менән шөғөлләнә, бөтә Рәсәй буйлап командировкаларға йөрөй. Әммә хеҙмәт баҫҡысынан күтәрелгән һайын, күңеленә ниҙер етмәгәнен аңлай ул. Ауылдың тартыу көсөнә ҡаршы тора алмай. Хәҙер иһә был ҡарары дөрөҫ булыуын аңлай ул.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас