Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
22 Октябрь , 16:16

60 килограмм ҡыҫала ебәрелде

.

“Ҡандракүл” тәбиғәт паркының Ҡандракүл күленә сираттағы рейд ваҡытында инспекторҙар 58 ҡыҫала тотҡосто алған һәм тәбиғи йәшәү мөхитенә 60 килограмға яҡын ҡыҫала сығарылған. Сара “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлап ҡалыу” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы уҙғарылды.

Балыҡ браконьерлығының ҙур өлөшө балыҡ селтәрҙәре һәм ҡыҫала тотҡостар ярҙамында алып барыла. Уларҙың ҡурҡынысы саманан тыш күп тотоуҙа һәм ҡулланыуҙа ғына түгел, ә үҙҙәренең хужаһы булмағанда ла балыҡ һәм ҡыҫала тотоу һәләтендә лә. Һөҙөмтәлә, инспекторға ҡуйылған балыҡ селтәрен йәки ҡыҫала тотҡосто күреп ҡалыуы бик ҡыйын, бының өсөн уға күлде арҡырыға ла, буйға ла үтергә тура килә.

“Асылыкүл” Тәбиғәт паркының айырым структур бүлексәһе начальнигы Гүзәл Ғилманова һүҙҙәренсә, “Ҡандракүл” Тәбиғәт паркына бындай күсмә тикшереүҙәр һыу объекты биләмәһендә инспекция контролен яҡшыртыу өсөн даими нигеҙҙә уҙғарыла. Тәртип боҙоусыларҙы асыҡлау өсөн Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция инспекторҙары теләһә ҡайһы районға һәм тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында бара, сөнки селтәр һәм ҡыҫала тотоу ҡулайламаларын көндөҙ генә түгел, төндә лә ҡуя ала.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: