Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
25 Октябрь , 09:05

Юлдар яңыртылыуын дауам итә

Өфөлә юлдарҙы ипкә килтереүгә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Благовар, Магистраль, Рихард Зорге, Ҡырсынташлы, Өмөт урамдары, Шакша – Базилевка автомобилдәр юлы, Өфө - Дим, Федоровка – Йылҡыбай, Өфө - Затон автомобилдәр юлының төньяҡтан инеү өлөшө участкалары хәле нормативтарға ярашлы килтерелгән.

Подрядсы ойошмалар объекттарҙа асфальт һәм бетон япмаларын яңыртҡан, иҫке борт таштарын яңыларына алмаштырған, техник һыҙаттарҙы яңыртҡан, тротуарҙарҙы ремонтлаған һәм кәрәк урындарҙы юл һыҙыҡтарын термопластик менән һыҙған.

Быйыл Өфөлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, 31 километр оҙонлоғондағы юлды ремонтлау планлаштырылған.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-10-20/yuldar-ya-yrtylyuyn-dauam-it-3975620 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: