Ауыл уттары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
27 Октябрь , 09:05

Генетик сирҙәрҙе дауалауҙа яңы осор башлана

Инновацион дауаны Рәсәйҙең 23 төбәгенән 47 пациент 2025 йылдың тәүге яртыһында аласаҡ.

Республиканың Генлы дерматоздар үҙәге командаһы тиренең генетик сирҙәрен дауалауҙа яңы осорға әҙерләнә.

Тиренең һирәк осрай торған генетик сирҙәренән яфаланған пациенттарға ярҙам итеүсе “Күбәләк-балалар” хәйриә фонды эксперттары Өфөлә “Тиренең орфан сирҙәренә дусар пациенттарҙы диагностикалау, дауалау һәм оҙата барыуҙа иннвацион ысулдар” тип аталған күсмә конференция үткәрҙе. Сара быйыл Генлы дерматоздар үҙәге асылған Республика тире-венерологик диспансер базаһында үтте.

Республикала 19 кеше буллезлы эпидермолиз һәм 24 кеше ихтиоз сиренә дусар. Башҡортостанда бөтәһе 43 меңдән ашыу ауырыу тиренең генетик һәм ауыр хроник сирҙәренән яфалана.

Фонд төбәк үҙәктәренә медицина эксперттары әҙерләргә булыша. Шулай уҡ пациенттар менән эшләү өсөн патронаж хеҙмәттәрен үҫтереүҙе лә күҙ уңында тота. Фонд эксперттары диагностиканың төп һорауҙарын яҡтыртҡандан һуң хеҙмәттәштәрен генодерматоздарҙың һуңғы ҡаҙаныштары менән таныштырҙы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: