Башҡортостанда 2021-2024 йылдарҙа социаль предприятиеларға грант ярҙамына 203,2 миллион һум йәлеп ителгән. Был ярҙамды тейешле статустағы 433 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ала. «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе сиктәрендә Өфөлә үткән «Инвалид кешеләрҙең мәшғүллеген тәьмин итеү ҡоралы булараҡ социаль эшҡыуарлыҡ» түңәрәк өҫтәлендә ошондай мәғлүмәттәр яңғыраны. Осрашыуҙы ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һәм «Минең бизнесым» үҙәге сығыш яһаны.
- Төбәктә социаль предприятиелар тип танылған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн бер төркөм ярҙам саралары булдырылған: гранттарҙан тыш, микрокредит һәм лизинг программалары буйынса льготалы ставкалар, шулай уҡ республиканың Гарантия ойошмаһының яуаплылығы аҫтында. Хәтерегеҙгә төшөрәм, 2022 йылда бындай ярҙам алыусылар даирәһе киңәйҙе - социаль предприятие статусын һәм бөтә мөмкин булған ярҙамды ялланма эшсеһе булмаған шәхси эшҡыуарҙар ҙа алыу мөмкинлегенә эйә, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.
Түңәрәк өҫтәл эшендә төбәк власы органдары, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү буйынса федераль фондтар, бизнесҡа ярҙам институттары, йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре, муниципаль берәмектәрҙең бизнес-шерифтары, шулай уҡ социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләүсе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡатнашты.