“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Иглин районы хакимиәтендә даими рәүештә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтә.
Эшҡыуар Рауил Хисаметдинов Иглин районының Сыуаш-Ҡобау ауылында яңы сауҙа объекты асҡан.
Ул 2023 йыл башында Иглин районы хакимиәтендә үткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә магазин төҙөү проекты менән таныштыра. Был эш район хакимиәтендә һәм ауыл биләмәһендә лә хуплау таба, сөнки төбәктә ҙур булмаған тораҡ пункттарҙа ысынлап та киң ассортиментлы магазиндар кәрәк. Артабан эшҡыуар республиканың Сауҙа министрлығына мөрәжәғәт итә, бында ла уның башланғысы ыңғай хәл ителә.
Башҡортостанда 5 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа стационар сауҙа объекттары төҙөү өсөн ерҙе сауҙалашыуһыҙ алырға мөмкин («Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» 59-сы БР Законының 12.1-се статьяһы). Шәхси эшҡыуар Рауил Хисаметдинов Сыуаш-Ҡобау ауылындағы ер участкаһын ошо программа буйынса тәүгеләрҙән булып рәсмиләштергән.