“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының берҙәм һанлы контур булдырыу төбәк программаһына ярашлы, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһына тәүге звено кабинеттарын йыһазландырыу өсөн биш яңы автоматлаштырылған эш урыны алынды.
Терапевт, невролог,рентгенолог һәм ультратауыш диагностикаһы табиптарыныңы эш урындары яңы компьютерҙар менән йыһазландырылды. Заманса мәғлүмәт технологияларын индереү күп процестарҙы автоматлаштырырға ярҙам итә. Был үҙ сиратында пациенттарҙың көтөү ваҡытын ҡыҫҡарта һәм медицина мәғлүмәтенән файҙаланыу мөмкинлеген арттыра. Электрон яҙмаларға күсеү пациенттар тураһындағы мәғлүмәтте һаҡларға һәм эшкәртергә ярҙам итә. Табиптар ауырыу тарихы, анализ һөҙөмтәләре һәм башҡа мәғлүмәттәр менән танышыу мөмкинлегенә эйә.Процестарҙы автоматлаштырыу ҡағыҙ документацияһы күләмен кәметергә , ваҡытты һәм ресурстарҙы экономияларға ярҙам итә. Бынан тыш, дистанциянан тороп консультация биреү мөмкинлеге арта.
– Дауаханаларҙы һәм поликлиникаларҙы компьютерлаштырыу медицина хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыуҙан тыш, ресурстар менән идара итеүгә юл аса.Яңы ҡорамалдарға һәм технологияларға инвестициялар пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырырға, медицина учреждениелары эшмәкәрлегенең тәьҫирлеген күтәрергә ярҙам итәсәк, – тине дауахананың баш табибы Сергей Иванов.