Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
31 Октябрь , 09:05

Ә һин макулатура тапшырҙыңмы?

Еңеүгә үҙ өлөшөңдө индер.

Башҡортостан Республикаһы тәүге өс аҙна йомғаҡтары буйынса “БумБатл“ макулатура йыйыу буйынса бөтә Рәсәй акцияһы лидерҙары иҫәбенә инде. Был хаҡта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә. Акция “Экология“ милли проекты ярҙамында уҙғарыла.

Шулай уҡ Белгород өлкәһе һәм Татарстан Республикаһы тәүге урындарҙы биләне. Акцияға бөтәһе 77 төбәк ҡушылды. Өс аҙна эсендә ҡатнашыусылар 583 тоннанан ашыу макулатура йыйҙы: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһын булдырыуға үҙ өлөшөн индерҙе.

“Республикабыҙҙың экология хаҡында иң күп хәстәрлек күреүселәр һәм бөтә субъекттар араһында тәүге өсәү иҫәбенә инеүе бик ҡыуаныслы. Макулатура йыйыуға республика халҡы, ирекмәндәр, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, төбәк операторҙары, икенсел сеймал эшкәртеүселәр, белем биреү учреждениелары ҡушылды. Өс аҙна эсендә генә 36 тонна ҡағыҙ ҡалдыҡтарын йыйып, эшкәртеүгә тапшырҙыҡ. Был акцияла ҡатнашыусыларҙың һәр береһе бер меңгә яҡын ағасты ҡырҡыуҙан ҡотҡарҙы һәм уларға икенсе ғүмер бирҙе“, – тип билдәләне республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: