Благовещенда “Экология” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экология”), ПОЛИЭФ (Башҡортостандағы СИБУР предприятиеһы) һәм республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, Благовещен районы хакимиәте, “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса төбәк операторы" араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте.
Был документ пластик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү тармағында яҡтарҙың хеҙмәттәшлеген билдәләй. Благовещенда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн 52 майҙансыҡта махсус контейнерҙар ҡуйыласаҡ, ул ПЭТ-пластикты тапшырыу өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ яҡтарҙың хеҙмәттәшлеге арҡаһында республикалағы тәүге экойорт асыла. Унда ҡалала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар экология ғәҙәттәре тураһында һөйләшә аласаҡ, ҡалдыҡтарҙы сортировкалау мәсьәләһен тикшерәсәк, икенсе сеймалды эшкәртеүгә тапшыра аласаҡ.
Экойортто файҙаланыуға тапшырыу һәм ПЭТ-пластикты айырым йыйыу буйынса проектты башлау районда пластикты икенсел эшкәртеү кимәлен күтәреүгә маҡсатланған. Шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу тәжрибәһен башҡа райондарға таратыуға нигеҙ һалыу билдәләнгән.