0 °С
Болотло
“Рәсәй экспорт үҙәге” эксперттары Башҡортостандың химия сәнәғәте компаниялары вәкилдәрен “Экспорт форсаж”ы модуле буйынса эшлекле коммуникацияға өйрәтте. Дәрестәр “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт” ) ойошторолдо, тип хәбәр итә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.
-Тармаҡ уҡыуы был юлы республиканың химия сәнәғәте компаниялары өсөн ойошторолдо. Эшҡыуарҙар эшлекле һөйләшеүҙәрҙең төрлө этаптарын өйрәнде, әҙерлектән алып һөҙөмтә анализына тиклем, - тип һөйләне төбәктең Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева.