“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Иглин районының Сыуаш-Ҡобау ауылында яңы модулле табиплыҡ амбулаторияһы асылды.
Амбулатория заманса ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Пациенттарҙы ҡабул итеү, терапевт, педиатр кабинеттары, прививка, процедура бүлмәләре, көндөҙгө стационар, дарыуҙар һаҡлау өсөн бина булдырылған. Заманса амбулаторияла тәүге медицина-санитар ярҙамды дүрт тораҡ халҡы аласаҡ. Барлығы өс меңдән ашыу кеше, 557-һе – балалар.
– Мин ауылдаштар өсөн яңы табиплыҡ амбулаторияһының сәләмәтлек үҙәгенә әүереләсәгенә ышанам. Яңы бинала ваҡытында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар бар. Фельдшерығыҙға профилактика маҡсатында ғына мөрәжәғәт итеүегеҙҙе теләйем, – тине Иглин дауаханаһының баш табибы Радмир Сәүбәнов.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында республика 2019 йылдан алып 500-ҙән ашыу модулле конструкция, капиталь табиплыҡ амбулаториялары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары алды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.