Нефтекама ҡалаһының Балалар художество мәктәбе фондына, РФ президенты В. В. Путин иғлан иткән “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект "Культура”) ярашлы, 300 яңы китап һатып алынған. Был хаҡта ҡаланың мәҙәниәт идаралығы хәбәр итә.
Яңы китаптар араһында төрлөһө бар – билдәле рәссамдарҙың тормош юлы һәм ижадына арналғандары, сәнғәттәге йүнәлештәр һәм уларҙың тарихы, музейҙар тураһындағылар. Баҫмалар балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтерергә генә ярҙам итмәй, уҡыу ҡулланмаһы булыу менән бергә, улар – йәш ижадсылар өсөн илһам сығанағы ла.
“Мәктәптең китапханаһы китап фондын һаҡлап һәм байытып ҡына ҡалмай, балаларҙың художестволы белемен үҫтереүгә лә булышлыҡ итә. Бында һәр бала ниндәйҙер ҡыҙыҡлы һәм файҙалы нәмә таба, сәнғәт донъяһында яңы ҡаҙаныштарға илһамлана”, – ти художестволы мәктәп директоры Руслан Ғәлләмов.