Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Благовещен районынан Рәмил һәм Маргарита Гуловтар ғаилә бизнесын киңәйтергә ҡарар итеп, үҙ проекттарын урындағы хакимиәткә тәҡдим итә.
Гуловтар һатыуға салат етештереү буйынса ғаилә бизнесын 2017 йылда башлаған. Маргарита - аш-һыу әҙерләү, Рәмил илтеп биреү менән шөғөлләнгән.
Продукция ҡулланыусыларға бик оҡшай һәм ҙур һорау тыуа. Юғары сифат, конкуренцияға һәләтле хаҡтар һәм профессиональ ҡараш предприятиеға эшмәкәрлекте киңәйтергә һәм хеҙмәткәрҙәр штатын арттырырға булышлыҡ итә.
Артабан Гуловтарҙа яңы йүнәлеш - кейтеринг асыу һәм үҙҙәренең брендтын булдырыу идеяһы барлыҡҡа килә. Муниципалитетта «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» кәңәшмәһендә бизнес-проект ҡарала һәм хуплау таба.
Гуловтар ярашлы бинаны һайлай, 400 мең һум күләмендә муниципаль финанс ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашып, уны еңеп сыға. Был аҡсаға улар әҙер ризыҡтарҙы төрөү өсөн ҡорамалдар һатып алған.
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы кәңәшмәләр - республикабыҙҙың “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған һөҙөмтәле тәжрибәләренең береһе. Бындай осрашыуҙар эшҡыуарҙарға үҙҙәренең бизнес-идеяларын үҫтерергә һәм юлының һәр этабында ярҙам алырға ярҙам итә», - тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.