“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының берҙәм һанлы контур төҙөү төбәк программаһына ярашлы, Сибай дауаханаһына амбулатор звено хеҙмәткәрҙәренең эш урындарын йыһазландырыу өсөн өс компьютер алынды.
Был компьютерҙар автоматлаштырылған эш урындары булып тора, медицина хеҙмәткәрҙәренә пациенттарҙы ҡабул итеүгә, шул иҫәптән тар белгестәргә яҙылыуға, электрон карталар алып барыуға, йүнәлтмә һәм льготалы рецептар биреүгә ярҙам итәсәк. Яңы техника ярҙамында телемедицина технологиялары үткәрергә мөмкин.
–Дауаханаларҙы заманса компьютерҙар һәм программалар менән тәьмин итеү медицина ярҙамын сифатлыраҡ һәм тәьҫирлерәк итеүҙә ҙур аҙым. Был эш барышын көйләргә, ҡағыҙ документтар әйләнешен кәметергә, табиптарҙың пациент тураһындағы тейешле мәғлүмәткә тиҙерәк эйә булыуына булыша, – тине Сибай дауаханаһының баш табибы Алмас Мырҙабаев.
Бына ун йыл инде республиканың һаулыҡ һаҡлау ойошмалары Берҙәм һанлы платформала эшләй. Ул 205 медицина ойошмаһын берләштерә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.