Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
18 Ноябрь , 10:44

Компания яңы ҡорамаллы буласаҡ

Башҡортостандан компания милли проект ярҙамында ҡорамалдарҙы яңыртыуға льготалы займ алды.

Башҡортостан Республикаһының Гарантия фонды поручителлеге ярҙамында “Ермолаевка модуль конструкциялар заводы” компанияһы 1,5 миллион һум күләмендә өҫтәмә финанслау йәлеп итте. Был предприятиеға Башҡортостан микрокредит компанияһынан биш миллион һумлыҡ льготалы займ алырға мөмкинлек бирәсәк. Ошо хаҡта төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Ярҙам сараһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Был аҡса модуль конструкциялар етештереү процесын автоматлаштырыуҙы тамамлау өсөн ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтеләсәк.

– Дәүләт гарантиялары эшҡыуарҙарға яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн тышҡы финанслауҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирә, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

“Ермолаевка модуль конструкциялар заводы” – ағымдағы йылдың авгусында үҙ эшмәкәрлеген башлаған йәш компания. Ул торлаҡ йорттар, офистар, сауҙа павильондары, көнкүреш корпустары, шулай уҡ туристик өлкәлә глэмпинг өсөн модуль конструкциялар эшләү менән шөғөлләнә.

– Хәҙерге баҙар ихтыяждары компаниябыҙ өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Проектты тормошҡа ашырыу модуль конструкциялар етештереүҙе киңәйтергә һәм һатыу географияһын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Гарантия фонды ярҙамы менән инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн “Башҡортостан микрокредит ойошмаһы”нан 8 процент льготалы ставка буйынса займ алдыҡ, – тип билдәләне “Ермолаевка модуль конструкциялар заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Светлана Халфина.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: