Башҡортостандың Дүртөйлө районы хакимиәтендә муниципалитет эшҡыуарҙарын һәм инвесторҙарҙы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеләр. Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелде.
2024 йылдың 10 ноябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Дүртөйлө районында иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәренә йәлеп ителгән 1365 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән, шул иҫәптән 248-е - юридик шәхестәр, 1117-һе - шәхси эшҡыуарҙар. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә бөтәһе 7026 кеше, 3454 үҙмәшғүл граждан мәшғүл.
Район хакимиәте аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында кәңәшмәләр үткәрә. Бөгөнгә 75 осрашыу уҙғарылған, 125 инвестиция проекты һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстары ҡаралған. Мөлкәт һәм финанс ярҙамы мәсьәләләре район эшҡыуарҙарын борсоған төп мәсьәләләр булып ҡала.
Хакимиәт башлығы Риф Йосопов эшҡыуарҙарға әүҙем эшләгәндәре һәм яңы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырғандары өсөн рәхмәт әйтте.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.