Ауыл уттары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
5 Декабрь , 10:36

Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәтенда белдерҙеләр

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...    

Башҡортостан Республикаһы - милли проекттарҙы һәм федераль программаларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән лидер төбәктәрҙең береһе. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Хөкүмәт комиссияһының төбәктәр үҫеше президиумы (штабы) ултырышында хәбәр итте. Сарала милли проекттарҙы һәм федераль программаларҙы тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы.  

- Киләһе йылдан яңы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса эште әүҙемләштерәбеҙ, - тип белдерҙе Марат Хөснуллин.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ҡараған “Стимул” федераль программаһына ете объект төҙөлөшө ҡарай. Быйыл, “Стимул” программаһына ярашлы, 1,2 миллион квадрат метр торлаҡтың файҙаланыуға тапшырылыуы ҡаралған. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Ғәзизовтың әйтеүенсә, 2019 йылдан Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Салауат ҡалаларында һәм Өфө районында барлығы 3,14 миллион квадрат ме тр торлаҡ һәм инженер, социаль һәм юл инфраструктураһының 26 объекты ҡарай. Әйткәндәй, Башҡортостан 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы тип һаналған торлаҡтан күсенеү төбәк программаһын ваҡытынан алда тамамлаусы һәм яңы программаны бойомға ашыра башлаусы төбәктәр иҫәбендә. 2024 – 2030 йылдарҙа авариялы торлаҡ фондынан күсереү буйынса яңы республика адреслы программаһы буйынса 38 муниципалитетта 227 мең квадрат метр майҙанлы 565 күп фатирлы йорт ҡарай.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: