Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
5 Декабрь 2024, 05:33

Краснокама уҡыусылары ГТО нормаларын тапшырҙы

Тренерҙың спортсылар менән бер рәттән комплекстың алтын билдәһен алыуы ҙур әһәмиәткә эйә.

Башҡортостан Республикаһының Краснокама районында дөйөм белем биреү учреждениелары араһында мәктәп уҡыусылары спартакиадаһы иҫәбенә үткән ирекле көрәш буйынса зона ярыштары сиктәрендә 2023 йылда нормативтарҙы үтәү йомғаҡтары буйынса ГТО айырмалыҡ билдәләре тапшырылды. “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы “Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

“ГТО – ул физик әҙерлек комплексы ғына түгел, патриотик тәрбиә, ғорурлыҡ, был почет һәм уңыш! Комплекстың һәр билдәһе физик культура өлкәһендәге дәүләт наградаһы икәнлеген раҫлаусы таныҡлыҡ менән нығытылған. Беҙ һеҙгә артабан да спорт уңыштары теләйбеҙ, ҡәҙерле спортсылар! Ата-әсәләрегеҙгә лайыҡлы тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт. Тренер Ғәфүр Хафизовҡа ГТО нормативтарын үтәүгә әҙерлек һәм спорт ҡаҙаныштарына индергән өлөшө өсөн айырым рәхмәт”, – тип билдәләне Тест үткәреү үҙәгенең баш судьяһы Владимир Спиридонов.

Тренерҙың спортсылар менән бер рәттән комплекстың алтын билдәһен алыуы ҙур әһәмиәткә эйә.

"Муниципаль тест үткәреү үҙәге йәш батыр-көрәшселәрҙе “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын уңышлы үтәүе һәм комплексының айырма билдәләрен алыуы менән ҡотлай. Беҙ һеҙҙең менән хаҡлы ғорурланабыҙ", - тип билдәләнеләр Краснокама районы хакимиәтендә. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас