Стәрлетамаҡта тәүгә “аҡыллы” светофор ҡуйыу күҙаллана. Эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса башҡарыла. Яңы светофор Блюхер урамында 1-се мәктәп һәм 5-се гимназия янындағы яйға һалынмай торған йәйәүлеләр үткәүелендә барлыҡҡа киләсәк.
– Ул интеллектуаль видео-аналитика менән тәьмин ителәсәк. Был система кеше йәйәүлеләр үткәүеленә яҡынлашҡанда автотранспорт өсөн светофорҙың ҡыҙыл сигналын автоматик рәүештә тоташтырыуҙы тәьмин итә. Яҡында мәктәптәр урынлашҡанын иҫәпкә алғанда, бындай светофорҙы тап ошо юл участкаһында урынлаштырыу балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
Эштәрҙе 2024 йылдың аҙағына тиклем башҡарыу күҙаллана.
“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.
Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.